ЗӘЙНУЛЛИН Рәшит Сибәғәт улы (25.1.1945, Төркмән ССР‑ының Ильялы а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1987), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй. 1997—2009 йй. “Ҡатмарлы техник системаларҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау” ғилми үҙәгенең (Өфө) дир., бер үк ваҡытта ИПТЭР‑ҙа: 2002 й. алып бүлек мөдире, 2005 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге нефть‑газ‑химия ҡоролмаларын һәм үткәргес торбаларҙы коррозион мөхиттәрҙә баҫым аҫтында файҙаланыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре м‑н бәйле. З. металдарҙың механо-химияһының ғәмәли теорияһын төҙөй, БР, РФ‑тың башҡа өлкәләре һәм БДБ илдәре сәнәғәтенең нефть химияһы һәм газ тармаҡтары пр‑тиеларында файҙаланылған нефть, газ, химия ҡоролмаларының һәм үткәргес торбаларҙың ҡалдыҡ ресурстарын иҫәпләү алымдарын уйлап таба. 550‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Определение остаточного ресурса нефтепроводов. М., 1998; Критерии безопасного разрушения элементов трубопроводных систем с трещинами. М., 2005 (авторҙ.); Ресурс элементов трубопроводных систем. Уфа, 2005.

А.Ғ.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика