ДРИНФЕЛЬД Владимир Гершонович (12.12.1954, Харьков ҡ.). Физика-матем. ф. д‑ры (1988). МДУ‑ны тамамлаған (1974). 1978—81 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре солитондар теорияһының, һандар теорияһының алгебраик аспекттарына арналған. Д. калибрлау ҡырҙары теорияһында дөйөм рациональ сығарылыштар конструкцияһын, Кортвег де Фриз тигеҙләмәләре тибындағы тулыһынса интегралланыусы тигеҙләмәләр өсөн Дринфельд—Соколов редукциялары теорияһын төҙөй. Филдс пр. лауреаты (1990).

В.Ю.Новокшенов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.