ГОНЧАРОВ Борис Васильевич (13.10.1926, Смоленск губ. Слобода а.), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д-ры (1970), проф. (1974). РСФСР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1986), БАССР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1976). Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары электр-механика ин-тын тамамлағандан һуң (1951) Мәскәүҙә эшләй. 1957—87 йй. (өҙөклөк м‑н) Сәнәғәт төҙөлөшө ҒТИ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире, бүлек мөдире, 1980 й. алып директор. 1973—80 һәм 1987 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1980 й. тиклем төҙөлөш конструкциялары каф. мөдире, 1988—99 йй. төҙөлөш эштәре технологияһы һәм фундаменттар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1988—91 йй. инженерлыҡ-төҙөлөш ф-ты деканы. Фәнни хеҙмәттәре фундаменттар һалыу технологияһына арналған. Г. свайлы фундаменттарҙың конструкцияларын, ялан шарттарында тупраҡтың үҙенсәлектәрен билдәләү ысулдарын уйлап таба. Г. етәкс. ер ҡаҙыу эштәрен башҡарған ваҡытта  тупраҡтарҙағы динамик процестар тикшерелгән, свайлы фундаменттар һалыуҙың ҡалдыҡһыҙ технологиялары ҡоролмалары эшләнгән. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең торлаҡ-гражданлыҡ төҙөлөшө пр-тиеларында индерелгән. 270-тән  ашыу  фәнни  хеҙмәт  һәм  17 уйлап  табыу  авторы.

Хеҙм.: Об эффективности фундаментов в вытрамбованных котлованах в непросадочных глинистых грунтах //Основания, фундаменты и механика грунтов. 2007. №1 (авторҙ.); О динамическом методе оценки несущей способности фундаментов в вытрамбованных котлованах // Там же. 2009. №1  (авторҙ.).

И.Б.Рыжков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика