ГОЛУБЧИК Игорь Захарович (10.2.1951, Бобруйск ҡ.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1998), проф. (2001). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2011). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) БДПУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль тигеҙләмәләрҙәге ҡулсалар һәм Ли алгебралары ҡушымталары өҫтөндәге һыҙыҡлы төркөмдәр өлкәһендәге  тикшеренеүҙәргә арналған. Г. ирекле алынған ассоциатив ҡулсалар өҫтөндәге һыҙыҡлы төркөмдәрҙең автоморфизмдары т‑дағы Шраер—Ван‑дер‑Варден проблемаһын хәл итә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

В.Ю.Новокшенов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика