ГИДРОМЕХАНИЗАЦИЯ, технологик процестарҙың бөтәһе лә йәки күпселеге хәрәкәт итеүсе һыу ағымы энергияһы иҫәбенә башҡарылған механизация ысулы. Г. өсөн гидромониторҙар, насостар, ер ҡаҙыу машиналары һ.б. ҡорамалдар файҙаланыла. Г. төп технологик процестарына тупраҡ һәм тау тоҡомдарын ҡаҙып алыу, һыу ҡатышмаһын транспортлау, ташландыҡ тоҡомдарҙы өйөү, һыу м-н йыуыу ярҙамында тупраҡлы ҡоролмалар яһау, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм уларҙы байытыу һ.б. инә. Тау эшендә, төҙөлөштә, а.х., энергетикала ҡулланыла. Башҡортостанда Г. үҫешенә 19 б. алтын приискыларын ойоштороу булышлыҡ итә, унда һыу ярҙамында тау эштәрен башҡарыу, һыу ағымында алтын эҙләү, эфелдәрҙе ташландыҡ тоҡомдар өйөмөнә һалыу һ.б. киң ҡулланылған. 20 б. 40‑сы йй. алып — тупраҡлы ҡоролмалар төҙөү өсөн һыу м-н тултырылған карьерҙар асыу эштәре; 50-се йй. уртаһынан башлап Ағиҙел, Ҡариҙел һ.б. йй. һыу төбөн тәрәнәйтеү эштәре (йөҙөп йөрөүсе ер ҡаҙыу машиналарын ҡулланып) алып барыла. 60-сы йй. башынан Г. яр буйы дамбаларын төҙөгәндә, автомобиль һәм т. юл күперҙәренә яҡынлау урындарын йыуҙыртып ярлағанда, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдарын өлөшләтә һыулап классификациялағанда (Мәләүез, Нефтекама, Өфө ҡҡ.), Ағиҙел й. үҙәнен турайтҡанда (Ғафури р-ны Дарьино а.), Өфөлә гражданлыҡ (Сипайлов, биҫтәһе), сәнәғәт (таҙартыу ҡоролмалары) төҙөлөшө алдынан территорияларҙы инженерлыҡ әҙерләүендә, төрлө гидротехник ҡоролмалар һ.б. төҙөгәндә файҙаланыла.

Р.Ә.Алмаев

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика