ГВОЗДЕВ Владимир Ефимович (1.1.1956, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2003). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (2006 й. алып мәғлүмәт системаларын проектлауҙы автоматлаштырыу каф. мөдире); бер үк ваҡытта 1998—2004 йй. БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда бүлек мөдире, 2003 й. — дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге техник системаларҙың ышаныслы булыуын аҙ һанлы эксперименталь мәғлүмәттәр б‑са тәьмин итеү, статистик анализдың ғәмәли ысулдарын уйлап табыу, территориаль системаларҙың торошо б‑са геомәғлүмәттәр туплау һәм уның математик моделен әҙерләү, корпоратив мәғлүмәт системаларын проектлау мәсьәләләренә арналған. Г. ҡатнашлығында БР экологик мониторингыһының берҙәм дәүләт системаһы (ҡара: Экологик мониторинг), ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү б‑са респ. автоматлаштырылған мәғлүмәт-идара итеү системаһы булдырылған. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Информационное обеспечение контроля и управления состоянием природно‑технических систем. Уфа, 2002 (авторҙ.); Интеллектуальные системы управления и контроля газотурбинных двигателей. М., 2008 (авторҙ.); Статистическое исследование территориальных систем. М., 2008 (авторҙ.).

Н.В.Давиденко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика