Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GALAKTIKA.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GALAKTIKA.jpg'

ГАЛАКТИКА (гр. galaktikos— һөт һымаҡ), үҙэсенә Ҡояшты алған йондоҙҙар системаһы. Уғаяҡынса 100 млрд йондоҙ, саң һәм газ болоттары инә, спираль галактикаларға ҡарай. Г. йондоҙҙары арауыҡта үҙәге шаркеүек диск формаһындағыҡатмарлы фигура барлыҡҡа килтерә. Дискының диам. яҡынса 100 мең яҡтылыҡ йылы. Дискының үҙәк өлөшөнән периферияһына табан иңбаҙыҡ йондоҙҙар тупланған спираль рәүешендәге еңдәре китә. Ҡояш спираль рәүешендәге еңдәрҙең береһенең эсендә Г. үҙәгенән яҡынса 30 мең яҡтылыҡ йылы алыҫлыҡта урынлашҡан һәм,200 млн йыл эсендә тулы әйләнеш яһап, уның ядроһытирәһендә 240 км/сәғ тиҙлек м‑н хәрәкәт итә. Ерҙән аяҙ айһыҙ төндә Г. йондоҙҙарының күбеһеяҡтырып торған һыҙат — Ҡош Юлы булып күренә, улкүк йөҙөн офоҡтоң бер яғынан икенсеяғына тиклем киҫеп үтә. БР терр‑яһында йыл әйләнәһенә күҙәтелә; күҙәтеүөсөн иң һәйбәт осор төн уртаһындаофоҡ өҫтөндә Ҡош Юлыныңайырыуса баҙыҡ өлөштәре ингән Аҡҡошһәм Кассиопея йондоҙлоҡтары  бик юғары күтәрелгән ваҡытҡа, йәйаҙағына һәм көҙгә, тура килә. Ҡош Юлының йүнәлеше Ерҙең тәүлек һәмйыл әйләнәһендә хәрәкәт итеүе һөҙөмтәһендә үҙгәрә; мәҫ., ғин.—февр. һәмиюнь—июлдә төн уртаһында ул ҡоштарҙыңосоп китеүе йүнәлеше м‑н тапкилгән яҡынса төньяҡ—көньяҡ юҫыҡта була. Башҡорттарҙың уны “Ҡошюлы”, “Ҡаҙ юлы” тип атауы шуғабәйле булыуы ихтимал; Ҡош Юлының барлыҡҡа килеүе т‑дағы ҡараштарбашҡорт халҡының риүәйәттәрендә сағылыш тапҡан.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика