ҒАЙСИН Әхтәр Мәғәз улы (5.3.1954, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Буранғол а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) 1980 й. тиклем СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә эшләй. 1983 й. алып БДУ‑ла эшләй, 1994 й. алып Математика ин‑тында өлкән, 1997 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге комплекслы анализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Ғ. лакунар дәрәжәле рәттәр һәм экспонента рәттәре м‑н бирелгән функцияларҙың асимптотик үҙенсәлектәрен өйрәнә; төшөп ҡалған урындары булған дәрәжәле рәт суммаһының кәкре һыҙыҡтарҙағы асимптотикаһы т‑дағы Пойа проблемаһын һәм Тейлор коэффициенттары ысын һандар булған бөтөн функцияның тәртибе т‑дағы ике яҡлы проблеманы хәл итә. 75‑тән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫ. Мәҡсүт Юнысовтың сауҙа һәм дипломатик эшмәкәрлеге т‑да тикшеренеүҙәр, авторы. А.Ф.Леонтьев ис. пр. лауреаты (2002).

Х е ҙ м.: Усиленная неполнота системы экспонент и проблема Макинтайра //Математический сборник. 1991. Т.182. №7; Максют Юнусов и его потомки. Генеалогические схемы тангауров деревни Кирдас. Уфа, 2012; Посол белого падишаха: юго-восточная политика Петра I и его преемников: документы АВПРИ 1723-1729 гг. Уфа, 2014.

И.Х.Мусин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика