ГАЗ ДИНАМИКАҺЫ, гидроаэромеханиканың ҡыҫылған тотош мөхиттәрҙең (газдың, плазманың) хәрәкәтен һәм уларҙың ҡаты есемдәр м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнеүсе бүлеге. Ҡыҫылған газ ағымдары теорияһын, бәрмә тулҡындар теорияһын, диссоциацияланған һәм ионлашҡан газ ағымдары теорияһын, йылылыҡ алмашыныу теорияһын үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Г.д. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. арауыҡтағы һәм эске ағымдарҙың параметрын өйрәнеү һөҙөмтәләрен авиация двигателдәрен проектлағанда ғәмәлдә ҡулланыу маҡсатында башлана. “Мотор” ҒПП‑нда илдә тәүге тапҡыр двигателдең тартыу реверсы рәшәткәләренең геометрияһын оптималләштереү мәсьәләһе хәл ителә (Н.К.Капустин), ике баҫҡыслы тауыштан шәберәк юғары баҫымлы вентилятор (Ю.К.Гудков, М.А.Сидоркин), үҙәк есемле тауыштан шәберәк эжекторлы сопло (Ю.С.Алексеев), күп функциялы неосесимметрик тоташтырыу ҡулайламаһы (А.Ф.Ивах) уйлап табыла. Авиация техник университетында ҡаты яғыулыҡ м‑н эшләүсе ракета двигателдәренең тартыу векторы һәм модуле м‑н идара итеүҙең гидрогазодинамикаһы өлкәһендә эксперименталь һәм теоретик тикшеренеүҙәр башҡарыла (А.М.Русак, З.Ғ.Шәйхетдинов), осоу аппараттары һәм энергия ҡоролмалары двигателе каналдарындағы тауыштан шәберәк йәбешкәк ағымдың тотҡарланыуының Г.д. нигеҙҙәре эшләнә (Э.Ғ.Ғимранов), соплоларҙа, ағымдарҙа һәм көрәксәләр араһындағы каналдарҙа газ ағышын анализлауҙың һанса ысулдары эшләнә (И.А.Кривошеев). Механика институтында Г.д. мәсьәләләрен дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау нигеҙендә сығарыуҙың аналитик ысулдары үҫеш ала, Г.д. төркөмләп сығарылыштары һәм ярым моделдәре төҙөлә, уларҙың классификацияһы асыҡлана, тиҙлек ҡыры һыҙыҡлы булған ярым моделдәрҙең тулы классификацияһы үткәрелә, бәрмә тулҡынды йылы үткәреүсе газ б‑са бер фокусҡа йыйыу мәсьәләһе сығарыла, конус рәүешендә әйләнеүсе ағымдар өйрәнелә (С.В.Хәбиров). Р.И.Ниғмәтуллин етәкс. үткәрелгән тикшеренеүҙәр күп фазалы системаларҙың Г.д. проблемаларына арналған. Онтаҡ рәүешендәге һәм ҡыуыҡлы мөхиттәрҙә бәрмә тулҡындар һәм детонация процестары теорияһы үҫеш ала (Н.Ҡ.Вәхитова, В.Ш.Шаһапов, И.Ш.Әхәтов), газ ҡыуыҡсаларын ғәҙәттән тыш ныҡ ҡыҫҡан ваҡытта энергияның бер йүнәлештә тупланыуы проблемаларын тикшереү өсөн Г.д. мәсьәләләрен һанса сығарыу алгоритмдары эшләнә (А.С.Топольников), газдың һәм плазманың торошон тасуирлау өсөн баҫымдың һәм т‑раның төрлө ҡиммәттәрендә уларҙың хәленең киң диапазонлы тигеҙләмәләре төҙөлә (Р.Х.Болотнова), инерт һәм күҙәнәкле мөхиттә газдың яныу һәм детонацияланыу режимдарын формалаштырған ваҡытта фаза-ара тәьҫир итешеүҙең роле билдәләнә (Д.М.Балапанов, С.Ф.Урманчеев).

Әҙәб.: Хабиров С.В. Аналитические методы в газовой динамике. Уфа, 2003.

Ю.С.Алексеев, С.Ф.Урманчеев, С.В.Хәбиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика