ҒӘЗИЗОВ Хәтиб Шәрифйән улы (1.5. 1949, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Берләҫ а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2003). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге деформацияланыусы ҡаты есем механикаһы м‑н бәйле. Ғ. “рамлы” контурҙың, күп ҡатламлы конструкцияларҙың һ.б. ҡушма көплөктәре әйләнешенең иҫәпләү алымдарын уйлап таба, улар авиация двигателдәрен эшләүҙә, түбән т‑раларҙа күләмле штамплау инструменттарын яһағанда һ.б. ҡулланыла. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Метод конечных элементов в геометрически нелинейных задачах теории тонких упругих оболочек. М., 2002 (авторҙ.); Элементы тензорного исчисления, Уфа, 2006 (авторҙ.); Термоупругие напряжения в соединениях и элементах конструкций. 2‑е изд., доп. М., 2008 (авторҙ.).

В.С.Жернаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика