ҒӘЗИЗОВ Рафаил Ҡәүи улы (14.8. 1961, Ҡустанай ҡ.), математик. Физика- матем. ф. д-ры (1999), проф. (2005). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1983) ӨДАТУ-ла эшләй (2001 й. алып юғары етештереүсәнле иҫәпләү технологиялары һәм системалары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дифференциаль тигеҙләмәләрҙе, математик модель әҙерләүҙе, суперкомпьютер технологияларын өйрәнеүгә бәйле. Ғ. ҡатнашлығында дифференциаль тигеҙләмәләрҙең Беклунд үҙгәртеүҙәрен рөхсәт иткән локаль булмаған симметриялары һәм бәләкәй параметрлы дифференциаль тигеҙләмәләрҙең яҡынса симметриялары теорияһы уйлап табыла, сығарылмалары кәсер тәртибендәге дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау алымдары эшләнә. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Нелокальные симметрии. Эвристический подход. М., 1989 (авторҙ.) (Итоги науки и техники. Сер. Современные проблемы математики. Новейшие достижения; т.34); Symmetry properties of fractional diffusion equations // Physic. Scripta. 2009. T.136 (авторҙ.).

В.А.Байков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика