ҒӘҘЕЛШИН Рөстәм Рәшит улы (14.4. 1955, Өфө), математик. Физика-матем. ф. д-ры (1994), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Иҫәпләү үҙәге булған Математика ин‑тында эшләй (1995 й. алып төп ғилми хеҙм‑р). 1997 й. алып — БДПУ‑ның алгебра һәм геометрия каф., 2003 й. — математик анализ каф., 2011 й. башлап математика һәм статистика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге математик физиканың сик мәсьәләләрен, дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сығарыуҙың асимптотик ысулдарын тикшереүгә бәйле. Ғ. Гельмгольцтың классик резонаторы һәм уның аналогтары өсөн ҡәтғи һөҙөмтәләр ала, төрлө типтағы сиргуляр боларыуҙары булған лапласиан үҙҡиммәттәренең тулы асимптотикаларын төҙөй. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Й.Т.Солтанаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика