ВИНОГРАДОВА Ирина Леонидовна (9.10.1970, Өфө), инженер-электрик. Техник ф. д-ры (2010). ӨДАТУ- ны тамамлағандан һуң (1992) Өфө “Молния” ҒПП‑ның инж.-конструкторы. 2003 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге сүсле‑оптик техника һәм элемтә сараларын булдырыу, телекоммуникация системаларының сифатын һәм ышаныслылығын арттырыуға арналған. В. тарафынан магистраль элемтә селтәрҙәрендә сигналдарҙы тапшырыу-ҡабул итеүҙе имитациялаусы виртуаль полигон уйлап табыла, ул Өфө ҡала телефон селтәрендә индерелгән. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Методы повышения работоспособности сетей связи с системой сигнализации ОКС №7 в процессе эксплуатации. М., 2006 (авторҙ.); Вопросы построения физической конфигурации полностью оптических систем передач. Уфа, 2010 (авторҙ.).

А.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика