ВЕРЕЩАГИН Вадим Леонтьевич (12.8.1963, Ангарск ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). Иркутск ун‑тын тамамлағандан һуң (1985) РФА‑ның Себер бүлексәһе Идара итеү теорияһы һәм системалары динамикаһы ин‑ты (Иркутск ҡ.) хеҙм‑ре, 1991 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑ре. 2000 й. алып Математика ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта ӨДАТУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре математик физикаға, интегралланыусы системалар теорияһына арналған. В. дискрет системаларҙы асимптотик интеграллауҙы, сингуляр сиселештәр өсөн синус-Гордон тигеҙләмәһен тарҡатыуҙы, Шрёдингер һыҙыҡлы булмаған тигеҙләмәһенең коллапсланыусы сиселештәре үҙенсәлектәрен, Вольтерр сынйыры өсөн сик мәсьәләләренең зоналар һуңындағы сиселештәрен, яҡтылыҡ үткәргестәрҙәге векторлы DM-солитондарҙы һ.б. өйрәнә. 30‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Дискретные цепочки Тода и метод Лапласа //Теоретическая и математическая физика. 2009. Т.160. Вып.3; Однофазное усреднение для цепочки Абловица—Лэдика //Математические заметки. 2010. Т.87. Вып.6.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

 

 

 

Яндекс.Метрика