ВӘХИТОВ Роберт Миңлислам улы (30.12.1952, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2016), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап теоретик физика каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре магнит күренештәре физикаһына арналған. В. үлсәмдәре сикләнгән реаль магнетиктарҙа спин-йүнәлеште үҙгәртеүсе фазалар күсеше теорияһын уйлап таба, феррит-гранат тибындағы кристалдарҙа төрлө топологиялы магнитлы төрлөлөктәрҙең структураһын һәм үҙенсәлектәрен, ҡатнаш анизотропиялы кристалдарҙа һыҙыҡлы булмаған һығылмалы-магнитлы тулҡындар спектрының үҙенсәлектәрен  өйрәнә. 200-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Магнитные неоднородности уединённого типа в тонкой ферромагнитной плёнке //Доклады Академии наук. 2011. Т.439. №3 (авторҙ.); Топология и свойства нуль-градусной доменной границы в поперечном магнитном поле //Физика твёрдого тела. 2011. Т.53. №5 (авторҙ.).

Р.Ә.Яҡшыбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика