ВАРИАЦИЯЛЫ ИҪӘПЛӘМӘ, математиканың бер йәки бер нисә функцияны һайлап алыуға бәйле үҙгәреүсән дәүмәлдәрҙең иң ҙур һәм иң бәләкәй ҡиммәттәрен табыу ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. Механика, математика, иҡтисад һ.б. мәсьәләләрен (мәҫ., изопериметрик мәсьәләләр, оптималь идара итеү, геодезик һыҙыҡтарҙы табыу) ҡарай. Башҡортостанда В.и. өлкәһендәге тәүге фәнни тикшеренеү булып М.А.Лаврентьевтың квазиконформлы сағылыш теорияһының вариациялы ысулдары б‑са 20 б. 40‑сы йй. 1‑се ярт. (Украина ССР‑ы ФА‑ның Өфөлә эшләү осоронда) башҡарылған хеҙмәттәре иҫәпләнә. 60‑сы йй. башынан оптималләштереүҙең матем. теорияһы һәм уның ҡушымталары м‑н бәйле В.и. бүлектәре б‑са тикшеренеүҙәр үҫеш ала. Авиация техник университетында Э.А.Мухачёва етәкс. матем. программалаштырыу мәсьәләләре һәм уның сәнәғәттә оптималь бесеү һәм төрөү мәсьәләләренә ҡарата ҡушымталары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Башҡорт дәүләт университетында үткәргес торба трассаларын оптималләштереү б‑са эштәр башҡарыла (С.Ю.Рудерман), ҡатмарлы химик-технологик процестарҙы (С.И.Спивак) һәм фазалары сикләүле процестарҙы оптималләштереү (Н.Д.Морозкин), оптималь идара итеүҙең матем. теорияһы (В.Т.Иванов, Ф.В.Лубышев), электрохимик процестарҙың ҡулай режимдарын иҫәпләп сығарыу (С.А.Щербинин) б‑са тикшеренеүҙәр үҫеш ала. Математика институтында иҫәпләү алгоритмдарын оптималләштереү теорияһы (М.Д.Рамаҙанов) һәм системаның торошон айырмалы сығарылмалары булған дифференциаль тигеҙләмәләр аша тасуирлау шарттарында оптималләштереү ысулдары (И.И.Голичев) эшләнә.

Әҙәб.: Л а в р е н т ь е в М.А., Л ю с т е р н и к Л.А. Курс вариационного исчисления. 2-е изд. М.; Л., 1950; М у х а ч ё в а Э.А., Р у б и н ш т е й н Г.С. Математическое программирование. Новосибирск, 1987. 

 

С.И.Спивак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика