ВӘЛИЕВ Сәғит Сабит улы (31.10. 1957, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй (2009 й. алып информатика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге идара итеүҙең интеллектуаль системаларын эшләүгә арналған. В. ҡатнашлығында ҡатмарлы техник объекттар м‑н идара итеү ысулдары һәм алгоритмдары уйлап табылған, улар авиация сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Проблемы проектирования и развития систем автоматического управления и контроля ГТД. М., 1999 (авторҙ.); Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.).

А.И.Фрид

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика