ЕТЕГӘН ЙОНДОҘ, Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғо. Е.й. ете баҙыҡ йондоҙо күк йөҙөнөң иң үҙенсәлекле фигураларының береһе — ҙур сүместе барлыҡҡа килтерә; Е.й. 2 йондоҙо (Дубхе һәм Мерак) аша шартлы рәүештә үткәрелгән тура һыҙыҡ Тимерғаҙыҡ йондоҙона күрһәтә. Башҡортостан терр‑яһында йыл әйләнәһенә күҙәтелә; март айында, төн уртаһында йондоҙлоҡ офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (85°) күтәрелә, сент. иң түбән торошон (20°) ала. Башҡ. фольклорында йондоҙлоҡтоң 7 йондоҙо барлыҡҡа килеүе т‑дағы күҙаллауҙар “Урал батыр” эпосында, легендаларҙа һәм риүәйәттәрҙә сағылдырылған.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика