ИРӘКТЕ, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғалары: . Ирәктеләрҙең шәжәрәһе б‑са, улар 15 б. Мейәс й. үҙәненән Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) басс. күсеп килгән табын ҡәбиләһенең ҡара‑табын ырыуы нәҫелдәре булып тора. “Ирәкте” этнонимының барлыҡҡа килеүе башҡорттарҙың Ҡазан ханына хеҙмәт итеүе м‑н бәйле һәм “ҡәлғәлә хеҙмәт итеүсе” тигәнде аңлата, тип фаразлана. 15—16 бб. ирәктеләр Ыҡ й. басс. байлар, бүләр, юрмый ҡәбиләләре эргәһендә төпләнә. 16 б. аҙ. ирәктеләрҙең ҙур өлөшө Тере Танып һәм Беүә йй. араһына күсенә, бында гәрә, таҙ, танып ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Уҫы даруғаһының Ирәкте улусын тәшкил итә. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында бында 148 йорт иҫәпләнгән. 18—19 бб. аҙ. И. йәшәгән терр‑я — Бәләбәй өйәҙе, Бөрө өйәҙе һәм Минзәлә өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 1‑се, 5‑се, 10‑сы һәм 11‑се башҡ. кантондарына (1798— 1854 йй.) ҡарай.

Хәҙ. көндә ҡәбилә урынлашҡан терр‑я БР‑ҙың Балтас, Дүртөйлө, Тәтешле р‑ндарына, ТР‑ҙың Мөслим р‑нына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке