ИКМӘК, әпәй, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Һыуға, һирәгерәк һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡҡа май һәм йомортҡа ҡушып баҫылған ҡамырҙан әҙерләнә. И. бешереү өсөн бойҙай, тары, арыш, арпа, талҡан, ҡыяҡлылар ҡатышмаһы онон файҙаланалар. Башҡорттарҙың йәйләү урындарында балсыҡтан эшләнгән ябыҡ мейестә (ялан мейес, икмәк мейес) йәки ишек алдындағы сыуалда эҫе көлдә көликмәк (көлсә, көлкүмәс) әҙерләгәндәр. Йәймәләрҙе ҡоро эҫе табала йәки ҡаҙан төбөндә ҡурғандар, аҙаҡтан майлағандар йәки һары йәиһә туң майҙа йөҙҙөрөп ҡыҙҙырғандар, һирәгерәк һурпала, һыуҙа бешергәндәр. 20 б. башына ҡарай И. усаҡ м‑н тоташтырылған икмәк мейестәрендә башлыса әсетке [сүпрә, ҡамыр (икмәк) башы] сифатында ҡомалаҡ ҡуры ҡушылған әсе ҡамырҙан (күмәс, әсе икмәк) бешерә башлағандар. Ғәҙәттә, йәймәләр аят аштарына (ҡара: Ерләү йолалары) әҙерләнә, бал яғып өйөлгән йәймәләр туй йолаларын атҡарғанда, ғаилә һәм йәмәғәт байрамдарында күстәнәс була.

Э.В.Миһранова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке