ИҪКЕ ҠЫРҒЫҘ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3 б. — б.э. 2 б. ҡарай. Илеш р‑ны Иҫке Ҡырғыҙ а. көнсығыш ситендә Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) уң ярының бейек морононда урынлашҡан. 1970 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1972 й. С.М.Васюткин, 1989 й. Ф.А.Сөнәғәтов тикшерә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 50‑гә яҡын ҡәбер тикшерелгән. Мәйеттәр һай (0,2—0,8 м) тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына салҡан һалып, баштары м‑н башлыса төньяҡҡа йәки төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Парлы һәм икенсел ҡәберҙәр осрай, ҡәберҙәрҙә ҡабыҡ һәм туҙ ҡалдыҡтары табылған. Керамика яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ир заты ҡәберҙәренә — ҡорал (өс ҡырлы бронза, тимер һәм өс башлы һөйәк уҡ башаҡтары), эш ҡоралдары (тимер бысаҡтар, һөйәк тишкестәр), ҡатын-ҡыҙҙыҡына биҙәүестәр (һорау билдәһе рәүешендәге сикә сулпылары, быяла муйынсаҡтар), кейем кәрәкярағы (айылдар, эполет рәүешендәге ҡаптырмалар, семәрле тәңкәләр) һалынған. И.Ҡ.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018