ИҪКЕ ҠАЛМАШ ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡала-Тау, иртә Урта быуат археологик ҡомартҡыһы. 7—9 бб. ҡарай. Саҡмағош р‑ны Болғар а. янында Ҡалмаш й. ярының бейек морононда урынлашҡан. 1926 й. В.Х.Вахрушев тарафынан асыла, 1963 й. Н.А.Мәжитов, 1964 й. Г.И.Матвеева, 1993 й. В.В.Овсянников, 2002 й. И.М.Аҡбулатов өйрәнә. 1000 м2 яҡын ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ур (оҙонлоғо 50 м, киңлеге 6 м, бейеклеге 1,3 м) һәм соҡор (тәрәнлеге 1,3 м) м‑н нығытылған. Һаҡланыу ҡоролмаһы (ағас ҡойма, тип фараз ителә) эҙҙәре асыҡланған. Керамика Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Эш ҡоралдары (орсоҡбаш, тимер бысаҡ, тигель), муйынсаҡ, хайуан һөйәктәре табылған. Ҡышҡы миҙгел торамаһы булған, тип фаразлайҙар. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында, БДУ фондтарында һаҡлана.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке