ИҪКЕ ҠАБАН ТОРАМАҺЫ II, бронза быуаттың археологик ҡомартҡыһы. Ағиҙел ҡ. эсендә урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1960 й. А.В.Збруева, Б.Г.Тихонов, 1968—69 йй. В.С.Стоколос, 1981—82 йй. М.Ф.Обыдённов, 1982 й. В.С.Горбунов өйрәнә. Яҡынса 940 м2 майҙан асыла. Тура мөйөшлө ярым ер өй (13,5×6 м) рәүешендәге ике усаҡлы торлаҡ табыла. Керамика Ананьин мәҙәниәте (иҙелмәһенә ҡабырсаҡ ҡушып әүәләнгән түңәрәк төплө, бәләкәй генә соҡорло биҙәк, ҡыя һыҙыҡ, өсмөйөштәр, ишелгән бау баҫып төшөрөлгән тулҡынлы һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән), Межа мәҙәниәте (иҙелмәһенә ҡабырсаҡ ҡушып эшләнгән табаҡ һәм банка рәүешендә, ауыҙы тирәләй батырып төшөрөлгән һыҙаттар, шыма штамп баҫып төшөрөлгән ромб, өсмөйөш, кәкре һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән; яҫы төплө, шыма һәм тешле штамп баҫып төшөрөлгән өсмөйөш, ромб, кәкре һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән), Ҡазан эргәһе мәҙәниәте (ҡабарынҡы эсле һауытҡа оҡшаған, ауыҙы тирәләй баҫылған бәләкәй генә соҡорло биҙәк, шыма һәм тешле штамп баҫып төшөрөлгән кәкре һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән) һауыттарынан ғибәрәт. Торамала хайуан һөйәктәре, саҡматаштан (уҡ башаҡтары, ҡырғыстар), һөйәктән (тишкес, уҡ башаҡтары), балсыҡтан (орсоҡбаштар, сулпылар) эшләнгән әйберҙәр табылған. Халыҡ балыҡсылыҡ, һунар, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралда бронза быуаты ҡәбиләләренең үҙ‑ара йоғонтоһо процесын сағылдыра.

Әҙәб.: Обыдённов М.Ф., Гарустович Г.Н. Жилище эпохи поздней бронзы Старо-Кабановского II поселения //Археологические работы в низовьях Белой. Уфа, 1986.

Р.Б.Исмәғилев, М.Ф.Обыдённов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.