ҒАИЛӘ, өйләнешеү, туғанлыҡ, уллыҡҡа алыу йәки балаларҙы тәрбиәгә алыуҙың башҡа формалары арҡаһында барлыҡҡа килгән шәхси, мөлкәт һәм мөлкәтһеҙ хоҡуҡ һәм бурыстар м‑н бәйләнгән кешеләр. Ғ. ағзалары араһындағы мөнәсәбәттәр ғаилә хоҡуғы м‑н көйләнә. Ғ. — социаль сәйәсәттең төп объекттарының береһе. Ғ. функциялары: балалар табыу һәм тәрбиәләү, уртаҡ хужалыҡ алып барыу, мираҫҡа мөлкәт ҡалдырыу һ.б. Башҡорттарҙа Ғ. традицион формалары төп урынды тотҡан ярым күсмә (ҡара: Күсмә тормош) малсылыҡ хужалыҡмәҙәни тибы шарттарында барлыҡҡа килгән, хужалыҡтың традицион формалары (ҡара: Игенселек, Малсылыҡ һ.б.), тарихи‑мәҙәни традициялар м‑н бәйле була. Ғ. эсендәге мөнәсәбәттәр туғанлыҡ системаһына ярашлы ҡоролған, йола хоҡуғы нормалары, исламды ҡабул иткәндән һуң, ш. уҡ шәриғәт ярҙамында көйләнгән (ҡара: Ғаиләниках мөнәсәбәттәре). Ғ., нигеҙҙә, бер никахлы булған, күп ҡатынлылыҡ һирәк, башлыса башҡ. общинаһының бай ҡатламдары һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре араһында осраған. Ҡәрҙәш Ғ. төркөмө (5—30) ырыу бүленешен тәшкил иткән, бер ауылда 10—60 Ғ. йәшәгән. 17 б. тиклем башҡорттарҙа балалы бер нисә никахлы парҙан (3—4 быуын) торған ҙур Ғ. осраған. Ғаиләнең мал‑тыуары һәм йылҡы өйөрө м‑н Ғ. башлығы идара иткән, ғаилә парҙары һәм айырым ағзалары файҙаланыуында менге аттар һәм һауын малының бер өлөшө булған. Ир м‑н ҡатын айырым торлаҡта (тирмә, өй йәки аласыҡ) йәшәгән, кис бөтә Ғ., ҡағиҙә булараҡ, бер табын артына йыйылған. Ултыраҡ тормошҡа күсеү, игенселек һәм шәхси хужалыҡ үҫеү м‑н, никахлы парҙан һәм уларҙың өйләнмәгән балаларынан торған бәләкәй Ғ. өҫтөнлөк ала башлай. 19 б. уртаһында Рәсәй дәүләтенең һалым сәйәсәте ҡатыланды‑ рылғас, берҙәм Ғ. (ҡаҙна файҙаһына яһаҡ, төрлө йыйымдар һәм йөкләмәләр һалыу өсөн төп берәмек булған бер хужалыҡҡа ҡараған бер нисә бәләкәй Ғ.) һаны арта. Атай Ғ. (ата-әсәнән, өйләнгән балаларҙан һәм ейәндәрҙән торған Ғ.), ағай‑эне Ғ. (балалары м‑н ағай‑эне Ғ.), ш. уҡ Ғ. башлығының өйләнгән улдарынан һәм уның ағай‑энеһе Ғ. берҙәм Ғ. төрҙәрен тәшкил итә. Берҙәм һәм бәләкәй Ғ. ата кеше (йәки өлкән ағай), улын йәки туғанының улын өйләндереү өсөн, уға йорт һалып бирергә тейеш булған. Үҙенең торлағын һәм хужалығын нығытҡандан һуң, Ғ. тулы хоҡуҡлы бәләкәй ғаилә хоҡуҡтарына һәм бурыстарына эйә булған. Патриархаль һәм бәләкәй Ғ. башлығы булып ата кеше иҫәпләнгән, берҙәм ғаиләлә — ирҙәрҙең иң өлкәне. Аҫа‑балыҡ (аҫаба) хоҡуҡтарына эйә булараҡ, ул Ғ. вәкиле булған һәм уның өсөн община һәм дәүләт властары алдында яуап биргән, милек м‑н идара иткән, йыйындарҙа, ауыл һәм улус сходтарында ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаша алған. Йәше б‑са иң өлкән ҡатын йәки Ғ. башлығының ҡатыны ҡатын‑ҡыҙ эштәренә етәкселек иткән. Нәҫелдең аҫаба ерҙәре сиктәрендә солоҡ ултыртыу урындары (ҡара: Солоҡсолоҡ), һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар һ.б. биләмәләр өлөштәргә бүленгән, Ғ. шулай уҡ йәйләү (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) һәм һунар итеү урындарында ҡаралтылары булған. 20 б. башынан бәләкәй ғаилә төп Ғ. формаһына әүерелә, ш. уҡ берҙәм һәм тулы булмаған Ғ. осрай, этник яҡтан ҡатнаш Ғ. барлыҡҡа килә. БР‑ҙа, 2002 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, яҡынса 1,139 мең Ғ. иҫәпләнә, Ғ. ағзаларының уртаса һаны — 3,3 кеше.

Г.А.Кинйәбаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика