ИЩЕРИКОВ Пётр Фёдорович (15.6.1892, Түбәнге Новгород губ. Яново а. — 5.9.1961, Ленинград), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Сиркәү‑мәхәллә уч‑щеһын тамамлаған. 1909 й. алып Өфө губернаһының төрлө учреждениелары хеҙм‑ре. 1923 й. башлап БАССР Дәүләт ғилми китапханаһында (ҡара: Милли китапхана) эшләй, 1930 й. — БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Башҡ‑н дәүләт нәшриәтенең өлкә китапхана коллекторы (ҡара: Китап) директоры. 1938 й. алып БАССР-ҙың Мәғариф ХК‑нда, 1940—41 йй. Башҡ‑н дәүләт геол. идаралығында, 1945—58 йй. ТТӘИ‑лә, Тау‑геология ин‑тында (ҡара: Геология институты). Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан халыҡтарының археологияһы, тарихы һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә арналған. Өфө ҡаласығы II (ҡара: Өфө II), Стәрлетамаҡ ҡәберлеген һ.б. тикшерә. “Салауат Юлаев — башҡорт халҡының юлбашсыһы һәм Пугачёвтың көрәштәше” (“Салават Юлаев — вождь башкирского народа и сподвижник Пугачёва”; 1951) хеҙмәтендә Салауат Юлаевтың һәм башҡа Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) ҡатнашыусыларҙың Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ. (хәҙ. Эстония, Палдиски ҡ.) каторгала булыуҙары т‑дағы Эстон ССР‑ы архивтары сығанаҡтарын беренсе булып фәнни әйләнешкә индерә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Седая старина. Башкирия 1000 лет назад //Краеведческий сборник. 1927. №2; Городище Уфа II //Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959; Очерки из истории колонизации Башкортостана: от завоевания Башкортостана до эпохи расхищения башкирских земель. Уфа, 2003.

Әҙәб.: Хисматуллин А.А. О фонде Ищерикова П.Ф. //История края и судьбы людей. Уфа, 1994; Гиндуллина М.С. Коллекция документов краеведа П.Ф.Ищерикова в фонде Научного архива УНЦ РАН //Шунда уҡ.

 

М.С.Ғиндуллина, Ю.А.Узиков

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке