ИШТӘК, 9—19 бб. ҡаҙаҡ, нуғай һ.б. төрки телле халыҡтарҙа башҡорттарҙың атамаһы. Күп кенә тикшеренеүселәр, И. этнонимы төрки телдәргә барып тоташа һәм уғыҙҙар м‑н үҙ‑ара бәйләнеш процесын, ш. иҫ. ғаиләниках мөнәсәбәттәрен, сағылдыра; икенселәре — финуғыр телдәренә бәйле һәм башҡорттар м‑н уғырҙарҙың, һуңыраҡ венгрҙарҙың (ҡара: Боронғо венгрҙар) үҙ‑ара йоғонтоһон күрһәтә, тип иҫәпләй. Шулай уҡ, И. этнонимы һинд‑иран сығышлы һәм башҡ. ҡәбиләләренең һинд‑иран ҡәбиләләре м‑н үҙ‑ара бәйләнеше т‑да һөйләй (ҡара: Башҡорттарҙың килеп сығышының иран теорияһы); башҡорттарҙың ырыуҡәбилә берләшмәһе етәкселәренең береһе исеменән килеп сыҡҡан, тигән фекер бар.

Әҙәб.: Юсупов Р.М. Этнология башкир на рубеже тысячелетий (демография, история, этнонимия) //Проблемы этногенеза и этнической истории башкирского народа. Уфа, 2006.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке