ИШҠОЛ ҠУРҒАНДАРЫ, 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Әбйәлил р‑ны Ишҡол а. янында Оло Ҡыҙыл й. һул ярында урынлашҡан. 1983 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1984 й. В.А.Иванов тикшерә. Ҡомартҡы 12 ҡурғанлы ҡәберлектән тора, уларҙың һәр береһендә берәр ҡәбер табылған. Ҡәбер өҫтө ҡоролмалары түңәрәк йәки оҙонса түңәрәк формала һалынған таш өйөмдәренән (диам. 3 м тиклем) ғибәрәт. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына салҡан һалып, баштары м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡатын‑ҡыҙ ҡәберенә бронза тәңкәләр, һорау билдәһе рәүешендә эшләнгән бронза һәм алтын һырға‑суҡтар, тимер ҡайсылар, быяла муйынсаҡтар һалынған. И.ҡ. Шәүбән улусына (ҡара: Алтын Урҙа) ингән ҡыпсаҡтарҙан ҡалған, тип фараз ителә. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке