ИҪКЕ НУҒАЙ ТОРАЛАРЫ, Ҡормантау мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Йәнйегет а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4—4,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яры морононда урынлашҡан. Иҫке Нуғай а. (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1969 й. В.С.Стоколос тарафынан тикшерелә. Керамика ҡабырсаҡ ҡушып яһалған һәм бәләкәй генә соҡорло биҙәк, ишелгән бау эҙҙәре м‑н биҙәлгән Бура мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Саҡматаштан эшләнгән әйберҙәр табылған.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке