ИҪКЕ НУҒАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 4—3 мең йыллыҡтар археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Йәнйегет а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яры морононда урынлашҡан. Иҫке Нуғай а. (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. В.С.Стоколос тарафынан 1969 й. асыла һәм 1970 й. өйрәнелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай, 25 ҡәбер тикшерелгән. Мәйеттәр һай (0,10—0,36 м) ҡәбер соҡорҙарына бөгәрләнгән килеш уң ҡабырғаһына йәки салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Кремация эҙҙәре осрай. Керамика, ғәҙәттә, тешле штамп ярҙамында башҡарылған ромб формаһындағы селтәр, горизонталь һәм вертикаль һыҙаттар йәки кәкре һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән ярым йомортҡа рәүешендәге түңәрәк йәки яҫы төплө һауыттарҙан тора. Саҡматаштан эшләнгән әйберҙәр (уҡ башаҡтары, ярғыстар, бысаҡ рәүешендәге пластиналар), ҡондоҙ, һарыҡ, мышы, ҡабан тештәре, күмер, охра ҡалдыҡтары табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Стоколос В.С. Старо-Нагаевский могильник //Эпоха меди юга Восточной Европы. Куйбышев, 1984.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018