ИҪКЕ МУСА ҠУРҒАНДАРЫ, 10—11 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Мусса а. төньяҡ-көнбайыш ситендә урынлашҡан. 1957—58 йй. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла һәм тикшерелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Тупраҡ өйөп яһалған 6 ҡурғандан (диам. 7— 11 м, бейеклеге 0,5—0,8 м) тора, уларҙың һәр береһендә 1—2 ҡәбер табылған. Мәйеттәр тар һай (0,4—0,7 м) ҡәбер соҡорҙарына салҡан һалып, баштары м‑н башлыса көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә ҡорал (кейҙермәле тимер һәм өс ҡырлы һөйәк уҡ башаҡтары, тимерҙән һәм һөйәктән ян, һаҙаҡ көпшәләре) һәм эш ҡоралдары (тимер бысаҡтар), ат егеү кәрәк‑ярағы (тимер өҙәңгеләр, ауыҙлыҡтар, айыл ҡаптырмалары), биҙәүестәр (аҡыҡ һәм быяла муйынсаҡтар), ҡорбан ителгән хайуан һөйәктәре һалынған. Көмөш һәм бронза айылдар м‑н биҙәлгән буҫтау баш кейеме ҡалдыҡтары табылған. Ике ҡәбер Бура мәҙәниәтенә ҡарай; керамика осло ҡырлы, йәйенке төплө, киң муйынлы 2 һауыттан ғибәрәт, уларҙың береһе тешле штамп ярҙамында һалынған тура һәм кәкерсәк һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән. И.М.ҡ. ҡалдырған халыҡтың сығышын Н.А.Мәжитов, Садиҡова — төрки ҡәбиләләр, В.А.Иванов фин‑уғыр ҡәбиләләре (Сейәлек мәҙәниәте вәкилдәре) м‑н бәйләй. Ҡомартҡы материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Садыкова М.Х. Тюркоязычные кочевники на территории Южной Башкирии //Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке