ИҪКЕ ҠЫЙЫШҠЫ ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. көньяҡ‑көнсығыш ситендә Ағиҙел й. һул ярында ҡалҡыу урында урынлашҡан. 1934 й. П.Д.Дмитриев һәм К.В.Сальников тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1957—60 йй. М.Х.Садиҡова тикшерә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Тупраҡ өйөп яһалған 20 ҡурғандан (диам. 18—30 м, бейеклеге 0,1—2,1 м) тора, 8‑е (150 ҡәбер) өйрәнелгән. Ерләү ҡоролмалары тура мөйөшлө, овал формаһындағы, ҡайһы ваҡыт баҫҡыслы, көпләнгән ҡәбер соҡорҙарынан ғибәрәт. Мәйеттәр салҡан һалып, баштары м‑н башлыса көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика әүәләп эшләнгән түңәрәк төплө, йомро ҡорһаҡлы, ҡыҫҡа муйынлы һәм тышҡа ҡарай бөгөлгән ауыҙлы, тулҡынлы һыҙыҡтар, өсмөйөштәр, һырҙар баҫып биҙәлгән һауыттарҙан, ш. уҡ балсыҡтан эшләнгән, яҫы төплө ҡабарынҡы ҡорһаҡлы, тар ауыҙлы, ҡыҫҡа муйынлы, биҙәлмәгән йәки ҡабарынҡы түңәрәктәр, вертикаль һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән һауыттарҙан тора. Ғәҙәттә ир заты ҡәберҙәрендә — ҡорал (тимер ҡылыстар, бысаҡтар, хәнйәрҙәр, һаҙаҡ ырғаҡтары, тимер һәм бронза уҡ башаҡтары), эш ҡоралдары (тимер бырау, ҡасауҙар, арҡыры балталар), ат егеү кәрәк‑ярағы (тимер ауыҙлыҡтар); ҡатын‑ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (быяла, лигнит, мәрйен муйынсаҡтар, бронза суҡтар, һырғалар), көнкүреш әйберҙәре (бронза көҙгөләр, таш иген онтағыстар) осрай. Ҡорбан ителгән хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы Сармат мәҙәниәте ҡәбиләләренең Көньяҡ Уралға күсеп ултырыу процесын сағылдыра.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.