ИМӘНКИҪКӘ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә Урта быуат археологик мәҙәниәте. 5—9 бб. ҡарай. ТР‑ҙың Имәнкиҫкә а. янындағы ҡаласыҡ исеме м‑н аталған. Башҡ‑н терр‑яһында И.м. ҡомартҡылары Кама й. һәм уның ҡушылдығы Ыҡ й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. урта ағымында (Кушнаренко ҡәберлеге, Романовка торамалары һ.б.) тупланған. Торамалар һыубаҫар туғай киртләстәрендә урынлашҡан ҡаласыҡтарҙан һәм тораҡтарҙан тора. Уртаһында усаҡ булған һәм 2 яҡлы ҡыйыҡлы тура мөйөшлө бүрәнә ярым ер өйҙәр (5×5,5 м) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Торлаҡ янында хужалыҡ соҡорҙары ҡалдыҡтары табылған. Керамика көршәксе түңәрәгендә әүәләнгән яҫы төплө, көршәк рәүешендәге биҙәкһеҙ һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡылары — ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр. Өлөшләтә кремация йолаһы үҙенсәлекле: мәйеттәрҙе ситтә яндырғандар, ҡалдыҡтарын ҙур булмаған ҡәбер төбөндә йәки һауыттарҙа ерләгәндәр. Бронзанан (сулпылар, айылдар, тишкестәр), тимерҙән (салғылар, ураҡтар, балталар, ауыҙлыҡтар), балсыҡтан (ҡойоу формалары, ҡалыптар, орсоҡбаштар, тигелдәр), таштан (иген онтағыстар) эшләнгән әйберҙәр табылған. Урта Волга буйында формалаша (И.м. халҡының барлыҡҡа килеүен күп кенә тикшереүселәр — славян‑балт ҡәбиләләре, икенселәре — фин‑уғыр ҡәбиләләре, ҡайһылары төрки ҡәбиләләре м‑н бәйләй). Халҡы һабан игенселеге, көтөү малсылығы (башлыса һыйыр малы, йылҡы, сусҡа үрсеткән), баҡыр ҡойоу һәм тимер етештереү м‑н шөғөлләнгән. И.м. вәкилдәре булғарҙар, Бахмут мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте халҡы м‑н бәйләнеш тотҡан. И.м. өйрәнеүселәр: В.Ф.Генинг, Г.И.Матвеева, Н.А.Мәжитов, В.В.Седов, П.Н.Старостин һ.б.

Әҙәб.: Старостин П.Н. Памятники именьковской культуры. М., 1967 (Археология СССР. Серия: Свод археологических источников. Д.1—32).

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке