ИМӘНДӘШ ҠАЛАСЫҒЫ, 7—12 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Ғафури р‑ны Имәндәш а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Еҙем й. уң ярында урынлашҡан. 1956 й. Н.А.Мәжитов һәм Х.В.Йосопов тарафынан асылып өйрәнелә, 1963 й., 1968 й. Г.И.Матвеева, 1989 й. Мәжитов һәм Ә.Н.Солтанова тарафынан тикшерелә. Ҡаласыҡ (майҙаны 2 мең м2) 2 ур һәм соҡор м‑н уратылған. Усағы булған тура мөйөшлө 2 ярым ер өй (5,5×5,0 м), хужалыҡ соҡорҙары табылған. Керамика Ҡараяҡуп мәҙәниәте (түңәрәк төплө, тура йәки тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, һырлы, түңәрәк соҡорло һәм ҡалҡыу биҙәкле), Кушнаренко мәҙәниәте (туҫтаҡ рәүешендәге йоҡа тышлы, кәкерсәк һыҙыҡтар, тешле штамп эҙҙәре төшөрөлгән), Турбаҫлы мәҙәниәте (туҫтаҡ рәүешендәге яҫы төплө, тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, ауыҙ сите һәм муйыны һырҙар, түңәрәк соҡорло биҙәк, штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән) һауыттарынан ғибәрәт. Ҡаласыҡта бронза айыл һәм ҡайыш биҙәүесе, бысаҡтар, сулпылар, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер ураҡтар, таш ҡайраҡтар, һөйәк ҡаптырма һәм уҡ башаҡтары табылған. Халҡы малсылыҡ, игенселек, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, һөйәктән әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы иртә Урта быуат осоронда Урал буйына төрки ҡәбиләләрҙең күсеп ултырыу этаптарын билдәләргә мөмкинлек бирә. Урындағы халыҡ араһында ҡаласыҡ урынлашҡан ер “Ханҡала” тип йөрөтөлә (фаразланыуынса, бында Туҡтамыш туҡтала торған булған). Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында, СДПА фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Матвеева Г.И. Памятники железного века в бассейне р.Зилим //Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке