ИЛМЫРҘА МӘҘӘНИӘТЕ, Урал алды мәҙәниәте, Урал буйы мәҙәниәте, мезолиттың археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 9—6 бб. ҡарай. Кушнаренко р‑ны Илмырҙа а. янындағы тора исеме м‑н аталған.

Башҡортостан терр‑яһында И.м. ҡомартҡылары Ағиҙел й. урта ағымында (Дәүләкән, Романовка торамалары, Сөн торалары һ.б.) тупланған. Торамалар бейек һыубаҫар туғай киртләстәрендә урынлашҡан. Таштан (уҡ башаҡтары, ҡәләм һәм конус рәүешендәге нуклеустар, ҡырҡҡыстар, ослоҡтар, бысаҡ кеүек пластиналар), һөйәктән (гарпундар, уҡ башаҡтары, беҙҙәр) эшләнгән әйберҙәр табылған. Ерләү ҡомартҡылары асыҡланмаған. Көньяҡ Урал буйында формалаша. Халҡы урындағы палеолит ҡәбиләләренән барлыҡҡа килгән. Һунар (бүре, ҡуян, ҡабан сусҡаһы, мышы, айыу, болан аулағандар), балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Илмырҙа ҡәбиләләре Йәнгел мәҙәниәте халҡы м‑н бәйләнеш тотҡан, Ағиҙел буйы мәҙәниәте халҡын барлыҡҡа килтергән компоненттарҙың береһе булған. И.м. өйрәнеүселәр: Г.И.Матвеева, Г.Н.Матюшин һ.б.

В.Г.Котов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018