ИҘРИС ЯҘЫУҘАРЫ, палеолиттың археологик ҡомартҡыһы. Салауат р‑ны Иҙрис а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. һул ярында урынлашҡан. 2 яҙма (ҡара: Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр) табылған. И.я.I Иҙрис мәмерйәһенә ингән урында ҡая киртләсендә урынлашҡан. 1934 й. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1945 й. Б.А.Коишевский, 1951 й. М.А.Бадер өйрәнә. Ҡыҙыл буяу м‑н төшөрөлгән кеше һынлы (башлыса парлы) һүрәттәр асыҡланған. Күмер, ярсыҡтар табылған. И.я.II мәмерйә ауыҙынан көньяҡта яланғас ҡаяла урынлашҡан. 1976 й. В.Т.Петрин тарафынан асыла, 1988 й. В.Н. Широков, 2000 й. В.Г.Котов өйрәнә. 14 һүрәт төркөмөнән тора. Ҡыҙыл һәм ҡуйы ҡыҙыл буяуҙар м‑н төшөрөлгән кеше, йәнлек (хайуандар, ҡоштар) һынлы, геометрик (кәкерсәктәр, ромбылар, тамғаға оҡшаш билдәләр һ.б.) һүрәттәр өҫтөнлөк итә. Ағас, уның аҫтында кеше һәм төрлө таптар төшөрөлгән 10‑сы һүрәттәр төркөмө (һүрәтте ҡара) ҡыҙыҡлы. И.я.II эргәһендә кеше һәм хайуан (ҡоралай, мышы, айыу, болан) һөйәктәре, саҡматаш әйберҙәр, күмер, ҡыҙыл тимерташ киҫәктәре, таш өйөмдәре (диам. 2 м; ғибәҙәт ҡылыу ҡоролмаһы ҡалдыҡтары) табылған. Бында ғибәҙәтхана урынлашҡан булған, тип фаразлана. Ҡомартҡы таш быуат дәүерендә Көньяҡ Урал халҡында рухтарға — тауҙар эйәһенә (ҡара: Анимизм) ышаныу, һунарсылыҡҡа бәйле үҫешкән ғөрөф-ғәҙәт системаһының булыуын раҫлай.

Әҙәб.: Коишевский Б.А. Итоги археологического изучения Башкирской АССР //Историко-археологический сборник Института краеведческой и музейной работы. М., 1948; Бадер О.Н. Археологические памятники Тагильского края //Учёные записки Молотовского госуниверситета. Пермь, 1953. Вып.2.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018