ИБН ФАҘЛАН (Әхмәт ибн‑әл‑Ғәббәс ибн Рәшит ибн Хәммәд; 10 б.), ғәрәп сәйәхәтсеһе. Бағдад хәлифе һарайында хеҙмәт иткән. 921—923 йй. Бағдад илселеге (Волга буйы Болғары м‑н сәйәси бәйләнештәрҙе нығытыу, ислам динен таратыу маҡсатында ойошторола) составында Урта Азия, Волга буйы һәм Урал янына сәйәхәт яһаған. Уның “Юлъяҙмалар”ы Көнсығыш Европа халыҡтарының иртә урта быуат тарихы б‑са мөһим тарихи сығанаҡ (төп нөсхәһе һаҡланмаған) иҫәпләнә. Яҙмаларҙың бер өлөшө Яҡуттың географик һүҙлеге б‑са билдәле; тәүге тапҡыр 1823 й. Х.М.Френ тарафынан нәшер ителә. Күпкә тулыраҡ вариантын 1923 й. Ә.Ә.Вәлидов Мәшхәд (Фарсы иле) китапханаһында таба һәм үҙенең аңлатмалары м‑н 1939 й. баҫтыра (Лейпциг ҡ., Германия; немец телендә). Урыҫ теленә яҙмалар тәү башлап А.П.Ковалевский тарафынан тәржемә ителә, 1939 й. И.Ю.Крачковский мөхәррирлегендә нәшер ителә. И.Ф. шәхси күҙәтеүҙәренә һәм күреп белеүселәрҙең һөйләүенә нигеҙләнгән хеҙмәтендә башҡорттар, болғарҙар, бәшнәктәр, уғыҙҙар, хазарҙарҙың, Волга буйы һәм Урал янында йәшәгән башҡа халыҡтарҙың таралыу терр‑яһы, иҡт. һәм сәйәси тормошо үҙенсәлектәре, дине, ғөрөф‑ғәҙәте, йолалары т‑да мәғлүмәттәр, Волга буйы Болғарының соц.‑иҡт. һәм мәҙәни үҫешенең ентекле тасуирламаһы бар. Башҡорттарҙы “башджурт” (ҡара: Башҡорт) атамаһы м‑н һүрәтләп, уларҙы төрки телле халыҡтар иҫәбенә индерә, һуғышсан холоҡло булыуҙарын, улар араһында мосолмандар барлығын билдәләй. И.Ф. яҙмаларында башҡорттарҙың дини ҡараштары т‑дағы мәғлүмәттәр (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар) айырыуса мөһим һанала. Автор башҡорттарҙың 12 илаһҡа — йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт эйәләренә табыныуын һәм тағы берәүһе, “күктәгеһе, иң ҙуры” булыуын, айырым ҡәбиләләрҙең йыландарға, балыҡтарға, торналарға табыныуын (ҡара: Тотемизм) һыҙыҡ өҫтөнә ала, ш. уҡ фетиштар булыуын (ҡара: Фетишизм) билдәләй.

Әҙәб.: Валиди А.З. Мешхедская рукопись Ибн аль-Факиха //Известия Российской Академии наук. Л., 1924. Серия 6. Т.18; Ковалевский А.П. Книга Ахмеда ибн-Фадлана о его путешествии на Волгу в 921—922 гг.: ст., пер. и коммент. Харьков, 1956; Иванов В.А. Путь Ахмеда ибн-Фадлана. Уфа, 2010.

В.А.Иванов, Б.С.Ильясов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018