ИБН РУСТА, Ибн Даста (Әбү Әли Әхмәт ибн Ғүмәр ибн Руста; 9 б. 2‑се ярт. — 10 б. башы), ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көнсығыш Европа буйлап сәйәхәт итә. “Китаб әл-әләғ ән-нәфисә” (“Ҡиммәтле хазиналар китабы”; 903—927) хеҙмәте авторы. Көнсығыш Европа, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтарын, ш. иҫ. венгрҙарҙы (ҡара: Боронғо венгрҙар), болғарҙарҙы, буртастарҙы, бәшнәктәрҙе, хазарҙарҙы тасуирлағанда Джейханиҙың, Ибн Хордадбехтың һ.б. һуңынан юғалған әҫәрҙәрен киң ҡуллана. Волга буйы Болғарының соц.‑иҡт. һәм мәҙәни үҫешен, башҡ. ҡәбиләләренең терр. таралыуы т‑да (ҡара: Башҡортостан) ентекләп яҙа.

Әҙәб.: Хвольсон Д.А. Известия о хазарах, буртасах, болгарах, мадьярах, славянах и русских Абу Али Ахмед бен Омар ибн-Даста, арабского писателя X века //Журнал министерства народного просвещения. СПб., 1868. Дек.; Заходер Б.Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе: Горган и Поволжье в IX—X вв. М., 1962; Rona -TasAndras. A honfoglalo мagyar. Budapest, 1996.

И.М.Аҡбулатов, Б.С.Ильясов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке