ЗИРАХ Аполлоний Александрович (1855, Быҙаулыҡ ҡ. — 20.11.1919, Өфө), фотограф. 1872 й. алып — Һамар губ. дәүләт һәм земство учреждениеларында, 1893 й. — Көнбайыш Себер т. юлы төҙөлөшө башҡармаһы канцелярияһында, 1896 й. — Өфө губерна земство башҡармаһында, 1918 й. башлап Өфө губерна ХКС‑ында, революцион ком‑тында хеҙмәт итә. Өфө һәм уның тирә‑яғының фотографиялары коллекцияһын эшләй (яҡынса 5 мең берәмек), уларҙың бер өлөшө Милли музейҙа һаҡлана.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.