ЗЕЛЕНИН Дмитрий Константинович [21.10.1878, Вятка губ. Люк а. — 31 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 30). 8.1954, Ленинград], фольклорсы, диалектолог, этнограф. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1925), Болгария ФА акад. (1946), урыҫ теле һәм әҙәбиәте д‑ры (1917), этнография д‑ры (1935). Юрьев ун‑тын тамамлағандан һуң (1904) шунда уҡ эшләй. 1906 й. алып Император С.‑Петербург ФА‑ның “Словарь русского языка” (“Урыҫ теле һүҙлеге”) баҫмаһы мөхәррире, 1915 й. — Петроград ун‑ты уҡытыусыһы, 1916 й. — Харьков ун‑ты һәм Юғары ҡатын‑ҡыҙҙар курстары (Харьков ҡ.) профессоры. 1925—51 йй. ЛДУ проф., бер үк ваҡытта 1926—49 йй. СССР ФА‑ның Этнография ин‑тында (Ленинград) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре урыҫ теле диалектологияһына, көнсығыш славяндар фольклоры һәм этнографияһына арналған. 1901—16 йй. Көньяҡ Уралда һәм Кама буйында З. урыҫ һөйләштәре, башҡорттар, мариҙар, урыҫтар, удмурттар һ.б. халыҡтар фольклоры һәм этнографияһы б‑са материалдар йыя. “Кама һәм Вятка” (“Кама и Вятка”; 1904) белешмәһендә ул башҡорттар тарихы б‑са ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирә, “Екатеринбург өйәҙе башҡорттарының левират һәм башҡа йолалары хаҡында” (“О левирате и некоторых других обычаях башкир Екатеринбургского уезда”; 1908) мәҡ. левират, туй йолаларын һ.б. һүрәтләй. “Алтын ашыҡ”, “Быжырмәргән”, “Бай ҡыҙы менән ялсы” һ.б. әкиәттәрҙе яҙып ала һәм “Пермь губернаһының урыҫ әкиәттәре” (“Великорусские сказки Пермской губернии”) йыйынтығында баҫтырып сығара (1914). 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1904). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд., Император Рус геогр. йәмғиәтенең 2 алтын һәм 1 көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Усень-Ивановский говор //Известия Отделения русского языка и словесности Императорской Российской Академии наук. 1905. Т.10. Кн.2; Черты быта усень-ивановских староверов //Известия Общества археологии, истории и этнографии при Императорском Казанском университете. 1905. Т.21. Вып.3.

Әҙәб.: Проблемы славянской этнографии (К 100-летию со дня рождения члена-корреспондента АН СССР Д.К.Зеленина). Л., 1979; Выдающиеся отечественные этнологи и антропологи XX века. М., 2004.

И.В.Кучумов, Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика