ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович (4.10.1938, Махачкала), археолог. Тарих ф. д‑ры (2002). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Петропавловск пед. ин‑тында, бер үк ваҡытта Төньяҡ Ҡаҙағстан тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Петропавловск ҡ.), 1972 й. башлап — Ҡарағанда ун‑тында, 1976 й. алып Силәбе ун‑тында (каф. мөдире, Арҡайым ғилми‑белем биреү комплексы дир.) эшләй, бер үк ваҡытта 1994 й. алып Силәбе өлк. Арҡайым тарихи‑мәҙәни ҡурсаулығын ойоштороусы һәм уның дир., 2009 й. башлап дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре Көньяҡ Уралдың бронза быуатына, Петровка мәҙәниәтенә һәм Һынташты мәҙәниәтенә арналған. Арҡайымды тәү башлап асыусы. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Бронзовый век Урало-Казахстанских степей. Свердловск, 1988; Синташта: археологические памятники арийских племён Урало-Казахстанских степей. Ч.1. Челябинск, 1992 (авторҙ.); Аркаим—Страна городов: пространство и образы. Челябинск, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика