ЗАПОВЕДНЫЙ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ, палеолит осоро археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 12‑се мең йыллыҡҡа ҡарай. Заповедный мәмерйәһендә урынлашҡан. 1969 й. В.А.Марушин тарафынан асыла, 1981 й. Ю.А.Морозов, 1990 й. В.К.Фёдоров, 1993— 98 йй., 2005 й. В.Г.Котов тикшерә. Мәмерйә эсендәге ғибәҙәтхананан тора. Шартлы рәүештә 7 залға (1‑сеһе мәмерйә ауыҙынан төньяҡ‑көнбайышта тау ҡыуышында, 2—4‑сеһе төньяҡ‑көнсығышҡа һуҙылған коридорҙа, 5‑сеһе көнбайыш йүнәлештә, 6‑сыһы залда, 7‑сеһе мәмерйәнең осонда тау ҡыуышында урынлашҡан) бүленә, уларҙың һәр береһендә мәмерйә айыуының баш һөйәге табылған. 4 комплекс — 3 баш һөйәге төркөмө һәм яңғыҙ баш һөйәге айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. 1‑се комплекс (3‑сө зал) — 15 баш һөйәгенән (улар түбәһе м‑н өҫкә, соңҡаһы м‑н стенаға ҡаратып рәткә теҙеп һалынған), 2‑сеһе 4 м оҙонлоғонда соңҡаһы м‑н стенаға ҡаратып рәткә теҙеп һалынған (урыны м‑н 2—3 ҡатлап) 56 баш һөйәгенән тора. 3‑сө комплекс (5‑се зал) ҡатмарлылығы м‑н айырыла. Ул 2—3 ҡатлап ауыш итеп теҙелгән эзбизташ ҡоролма (1,8 м оҙонлоғондағы) м‑н уратылған бәләкәй уйымға һалынған 2 баш һөйәгенән тора. Бер баш һөйәге — ҡоролманың төньяҡ өлөшөндә өҫкө таш м‑н стена суҡағы (2 оҙонса таш м‑н нығытылған) араһында, икенсеһе (алғы өлөшө юҡ) ҡая ярығында табылған. Ҡоролмалағы баш һөйәге һәм таштар кальцит ҡатламы м‑н ҡапланған. 4‑се комплекс (7‑се зал) ҙур таш (ныҡ ятһын өсөн аҫтына ҙур һөйәк һалынған) өҫтөнә алғы яғы м‑н зал ауыҙына ҡаратып һалынған баш һөйәгенән тора. Мәмерйә айыуы, болан һәм ат һөйәктәре, саҡматаш киҫәге һәм ярсығы, охра, күмер табылған. Ҡомартҡы таш быуат дәүерендә Көньяҡ Урал халҡында айыу культы булыуын раҫлай.

Әҙәб.: Морозов Ю.А. Раскопки памятников в Центральной Башкирии //Археологические открытия 1981 года. М., 1983; Котов В.Г. Следы культа пещерного медведя по данным пещеры Заповедная //Пещерный палеолит Урала. Уфа, 1997; шул уҡ. Культ медведя на Урале по данным пещеры Заповедная //Проблемы первобытной культуры. Уфа, 2001.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика