ЕЛШАНКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Ырымбур өлк. Быҙаулыҡ р‑ны сиктәрендә Һамар й. һул ярында урынлашҡан неолит—энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмө. Һыубаҫар туғайҙа һәм уға яҡын ҡалҡыулыҡ киртләстәрендә урынлашҡан. 1975 й. Куйбышев пед. ин‑ты экспедицияһы (етәкс. И.Б. Васильев) тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Е.а.м. I—II Иҫке Елшанка, яр буйы Елшанкаһы, I—II Яңы Елшанка һ.б. торалар инә. II Иҫке Елшанка тораһы 1‑се Елшанка а. көнсығышҡа табан 3—4 км алыҫлыҡта ҡалҡыулыҡ киртләсендә урынлашҡан. Майҙаны 5 мең м2; 356 м2 асылған. Керамика типология б‑са 4 төркөмгә бүленә: бейек, биҙәлмәгән тар төплө һауыттар; төртөктәр м‑н биҙәлгән тар һәм киң төплө; бейек, тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән түңәрәк һәм яҫы төплө; тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән, ҡабырсаҡ ҡушып эшләнгән яҫы төплө һауыттар. Тәүге 3 төркөм — неолит, һуңғыһы энеолит дәүеренә ҡарай. Таштан (пластиналар, һөңгө һәм уҡ башаҡтары, бысаҡ һымаҡ пластиналар, нуклеустар, сулпы, тишкестәр, ярғыстар, ҡырғыстар), һөйәктән (ҡасау, уҡ башаҡтары, бысаҡ, үткер остар), ҡомташтан (тәпке, төйгөстәр, балталар) эшләнгән әйберҙәр, ш. уҡ ҡабырсаҡтан яһалған штамп табылған. 4 ҡәбер табылған: өсәүһе — неолитҡа (мәйеттәр салҡан килеш, башы м‑н төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып йәки бөгәрләнгән килеш ҡабырғаға һалып ерләнгән), берәүһе Алтын Урҙа осорона (мәйет салҡан килеш, башы м‑н төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән) ҡарай. I Иҫке Елшанка тораһы ауылдан көнсығышҡа табан 4—5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 3 мең м2; 168 м2 асылған. Керамика бейек, төртөктәр һәм тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән тар төплө һауыттарҙан тора. Таш пластиналар, уҡ башаҡтары, бысаҡ, бысаҡ һымаҡ пластиналар, ҡырғыстар табылған. Яр буйы Елшанка тораһы ауылдан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5—6 км алыҫлыҡта йылғаның һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Керамика вертикаль кәкерсәктәр һәм горизонталь һырҙар рәүешендәге тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән ҡалын ауыҙлы, ҙур һауыттарҙан ғибәрәт. Таш пластиналар, бысаҡ һымаҡ пластиналар, ярғыс табылған. I Яңы Елшанка тораһы Яңы Елшанка а. төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта ҡалҡыулыҡ киртләсендә урынлашҡан. Керамика тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән, ҡом һәм үҫемлек ҡалдыҡтары ҡушып эшләнгән һауыттарҙан тора. II Яңы Елшанка тораһы ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта ҡалҡыулыҡ киртләсендә урынлашҡан. Керамика төртөктәр м‑н биҙәлгән тура ситле һауыттарҙан ғибәрәт. Әҙерәк Бура мәҙәниәте һауыттары табылған. Е.а.м. материалдары Ырымбур пед. ун‑ты фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Васильев И.Б., Пенин Г.Г. Елшанские стоянки на р.Самаре в Оренбургской области //Неолит и бронзовый век Поволжья и Приуралья. Куйбышев, 1977; Моргунова Н.Л. Неолит и энеолит юга лесостепи Волго-Уральского междуречья. Оренбург, 1995.

Н.Л.Моргунова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика