ДЫУАНАЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Д. составында йылҡысы ырыуы билдәле. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Монголияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. дыуанайҙар Һырдаръя һәм Арал буйы далаларында күсеп йөрөгән. Д. формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡ һәм табын ҡәбиләләре мөхитендә булыуы йоғонто яһай. 13 б. — 14 б. башында дыуанайҙар Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) басс. һәм Ағиҙел һәм Сәрмәсән йй. урта ағымында урынлаша һәм ҡаңлы, ҡаршын ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Ҡазан даруғаһының Дыуанай улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында 82 йорт була. 18—19 бб. аҙ. Д. йәшәгән терр‑я Бәләбәй өйәҙенә, Бөрө өйәҙенә һәм Өфө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 7‑се (8‑се, 9‑сы), 5‑се (10‑сы, 11‑се) һәм 10‑сы (12‑се, 13‑cө) башҡ. кантондарына (1798— 1854 йй.) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр Бөрө, Благовар, Кушнаренко, Мишкә һәм Саҡмағош р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке