ДЫУАН, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай, Үҙәк Азияның монгол, төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Дыуан” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, монголдарҙа һәм үзбәктәрҙә билдәле. 13 б. — 14 б. башында ҡәбилә Ағиҙел й. урта ағымында урынлаша. 14 б. 2‑се ярт. дыуандар Әй й. басс. күсенә, бында улар ҡатай, ҡошсо, әйле ҡәбиләләре м‑н күрше була; ҡәбиләнең бер өлөшө табын ырыуҡәбилә төркөмдәре (ҡара: Табын) м‑н Инйәр й. тамағында төпләнә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Дыуан улусы ерҙәрен тәшкил итә. 18 б. аҙ. — 19 б. Д. йәшәгән терр‑я Троицк өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 4‑се башҡ., 4‑се Загорный (һуңынан 4‑се), 4‑се Көнбайыш (5‑се), 7‑се (8‑се, 9‑сы) һәм 8‑се башҡ. (7‑се, 8‑се) кантондарына (1798—1854 йй.) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Нуриман р‑ндарына ин.

Әҙәб.: Ғәйнә мәҡ. ҡарағыҙ.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке