• Печать

ДАЙҘАР, дахтар, күсмә ҡәбиләләр. Боронғо авторҙарҙың (Геродот, Берос, Полибий, Страбон, Тацит, Птолемей, Арриан, Руф һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алына. Б.э.т. 7—3 бб. Урта Азияның көнбайыш райондарында йәшәгәндәр, ҙур ҡәбилә берләшмәләренең (массагет, саҡтарҙың һ.б.) бер өлөшөн тәшкил иткәндәр. Д. килеп сығышын тикшеренеүселәрҙең күпселеге — һинд-иран ҡәбиләләре, ҡайһылары төрки ҡәбиләләр м‑н бәйләй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Д. Сармат мәҙәниәте халҡы компоненттарының береһе булған.

В.Н.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке