ДӘҮЛӘКӘН ҠӘБЕРЛЕГЕ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 3‑сө сирегенә ҡарай. Дәүләкән ҡ. төньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан. 1962 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе Г.И.Матвеева) тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Тупраҡ өйөп яһалған 6 ҡурғандан (диам. 20 м, бейеклеге 0,7 м тиклем) тора. Тикшерелгән һәр 2 ҡурған аҫтында 2‑шәр ҡәбер табылған. 3 ҡәбер (береһе бала ҡәбере) Бура мәҙәниәтенә ҡарай. Мәйеттәр ағас йәйелгән, туҙ м‑н ябылған йәки туҙ түшәлгән тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына бөгәрләнгән килеш һул ҡабырғаларына ятҡырып, баштары м‑н төньяҡҡа йәки төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Бер ҡәбер Андрон мәҙәни-тарихи берлегенә ҡарай. Мәйет ағас түшәлгән ҡәбер соҡорона бөгәрләнгән килеш башы м‑н көньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика табаҡтан (40×11 см, бейеклеге 3,5 см) һәм банка рәүешендәге биҙәкле һәм биҙәкһеҙ һауыттарҙан тора. Уйын һөйәктәре (9) табылған. Ҡомартҡы Бура мәҙәниәте һәм Андрон мәҙәни-тарихи берлеге вәкилдәренең үҙ-ара бәйләнеше процесын сағылдыра. Д.ҡ. материалдары БДУ фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Матвеева Г.И. Памятники эпохи бронзы на р.Дёме //Из истории Башкирии. Ч.2. Уфа, 1963.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке