ҒҮМӘР ТОРАҺЫ II, Ағиҙел мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—4‑се мең йыллыҡтарға ҡарай. Мәсетле р‑ны Ғүмәр а. янында Әй й. бейек уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1972 й. ҡабат тикшерелә. 60 м2 ер ҡаҙылған. Керамика слюда һәм тальк ҡушылған балсыҡтан яһалған батынҡы өсмөйөш семәрҙәр, тулҡынлы һыҙыҡтар һәм тешле штамп баҫып биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. 447 таш әйбер табылған, улар араһында уҡ башаҡтары (4), бысаҡҡа оҡшаш пластиналар (117), нуклеустар (5), ҡырғыстар (14) һәм шыршы орнаментлы кәмә рәүешендәге тальк “үтек” бар. Халҡы балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы материалдары Урал аръяғы халҡы, ш. иҫ. Суртанды мәҙәниәте вәкилдәре, м‑н бәйләнештәр булыуын раҫлай. Ғ.т. II материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М о р о з о в Ю.А. Материалы по каменному веку Уфимского плато //Материалы по археологии Южного Урала. Уфа, 1992.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика