ҒҮМӘР ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 8—3 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Ғүмәр а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан. Стәрлетамаҡ ҡ. Пионерҙар һарайы экспедицияһы (етәксеһе Р.Б.Исмәғилев) тарафынан 1979 й. асыла һәм 1979—80 йй. өйрәнелә. Таш‑ер өйөмлө 5 ҡурғандан тора. Ҡурғандарҙың береһенең (Ҙур ҡурған, диам. 23 м, бейеклеге 1 м) түбәһендә диадема, мәрйен, ҡылыслы билғау һәм уҡ‑һаҙаҡ төшөрөлгән гранит һын табыла. Өйөм аҫтында б.э.т. 8—7 бб. ҡараған катакомба рәүешендәге ҡәберлек (тәүге скифтар ҡәберлеге, тип фараз ителә) табылған. Мәйет камерала (21,2 м, бейеклеге 1 м) салҡан ятҡырып, башы м‑н көньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Ерләү әйберҙәре көмөш сигәле күн таҫма‑диадема һәм ҡойолған 5 алтын болан һыны м‑н биҙәлгән, эсендә 89 уҡ башағы булған һаҙаҡ (втулка һәм һап насадкалы 88 бронза уҡ башағы, 2—3 башлы 1 тимер), хайуан һөйәктәренән тора. Ҙур Ғүмәр ҡурғанының өҫкө ҡатламдарында савромат мәҙәниәтенә ҡараған 2 ҡәберлек табылған (мәйеттәр салҡан ятҡырып, бер‑береһенә параллель рәүештә, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән; ш. уҡ бронза көҙгө, алтын ситле ағас һауыт, 3 аяҡлы алтарь табылған). 4 ҡурған (диам. 10—12 м, бейеклеге 0,2—0,5 м) савромат мәҙәниәтенә ҡарай. Һәр ҡурған аҫтында 1—3 ҡәберлек табылған. Мәйеттәр овал соҡорҙарҙа салҡан ятҡырып, башы м‑н көньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика ауыҙы тышҡа ҡарай бөгөлгән һәм геом. орнамент м‑н биҙәлгән һыланған түңәрәк төплө һауыттан ғибәрәт. Ерләү әйберҙәренә ш. уҡ бронза беләҙек, көҙгө һәм уҡ башаҡтары, хуш еҫле үләндәр яндырыу өсөн балсыҡ һауыттар, тимер ҡылыс һәм бысаҡтар, таш алтарҙар, быяла муйынсаҡтар инә. Материалдар Эрмитаж, Милли музей, Ырымбур өлкә тыуған яҡты өйрәнеү һәм Стәрлетамаҡ музейҙарында һаҡлана.

Әҙәб.: И с м а г и л о в Р.Б. Погребение Большого Гумаровского кургана в Южном Приуралье и проблема происхождения скифской культуры //Археологический сборник Государственного Эрмитажа. Л., 1988. Вып.29.

 

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика