ГӨБӘҘИӘ, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Ҡатлы эслек һалып, сөсө йәки әсе ҡамырҙан бешерелгән, өҫтө ябыҡ, бейек түңәрәк бәлеш. Эслек өсөн эремсек, дөгө, туралған йомортҡа, йөҙөм, һирәгерәк күрәгә һәм ҡара емеш, ҡайһы берҙә ит фаршы ҡулланыла. Ғәҙәттә, Г. туй, бала тыуыу (ҡара: Бишек туйы, Исем ҡушыу) һ.б. уңайынан байрам өҫтәленә әҙерләнелә. Башлыса Башҡортостандың көнбайышында һәм төньяғында бешергәндәр. Г. оҡшаш аҙыҡ татар, сыуаш һ.б. халыҡтар аш-һыуында осрай.

С.Н.Шитова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика