ГОРОХОВ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуаттың археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 5—2 бб. ҡарай. Ҡурған өлк. Горохов а. янындағы Юрғамыш й. (Тубыл й. басс.) буйындағы ҡаласыҡ (20 б. 30—40‑сы йй. К.В.Сальников тарафынан асыла) исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Г.м. ҡомартҡылары Әй й. басс. тупланған (Абдулла ҡаласығы, Йонос торамаһы, Йүкәлекүл торамаһы, Ҡәҙер ҡурғандары, Торналы ҡаласығы). Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәрҙә урынлашҡан ҡаласыҡтарҙан ғибәрәт. Күп камералы (торлаҡ һәм хужалыҡ бүлмәләре оҙон коридор м‑н тоташҡан) бағана конструкциялы 4 ҡатлы ҡыйыҡлы ярым ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика тальк ҡушылған балсыҡтан эшләнгән горизонталь кәкерсәктәр һәм һырҙар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Бронза (уҡ башаҡтары, бысаҡтар, һырғалар), балсыҡ (һауыттар, орсоҡбаштар) әйберҙәр табылған. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Төп ерләү ысулы: салҡан ятҡырып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып һалыу.

Г.м. Урта Тубыл буйында формалашҡан, артабан Көнбайышҡа һәм Төньяҡҡа таралған. Г.м. халҡы көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш далаларҙан күсеп килгән ҡәбиләләрҙең әүҙем ҡатнашлығында уғырҙар (ҡара: Фин-уғыр ҡәбиләләре) нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Горохов ҡәбиләләре Саргатка мәҙәниәте һәм Сармат мәҙәниәте халҡы м‑н тығыҙ бәйләнеш тотҡан. Ярым күсмә малсылыҡ төп хужалыҡ тармағы булған. Г.м. өйрәнеүселәр: Л.Н.Корякова, А.И.Лебедев, Н.П.Матвеева, Сальников һ.б.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика